

Башҡортостандың "Минең бизнес" үҙәге "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы ғаризалар ҡабул ителә башлаясаҡ.
"Интернет-сайт — эшҡыуарҙың йөҙө. Ул сифатлы булһа, компанияның ыңғай имиджын тыуҙыра, клиенттар тәҡдим ителгән хеҙмәттәр менән таныша, предприятиеның мөмкинлектәре тураһында фекер туплау мөмкинлеге ала. Коронавирус менән бәйле хәл интернетҡа күсеүҙең көнүҙәклеген, бизнесты үҫтереүҙең һөҙөмтәле ысулы булыуын асыҡ күрһәтте", — ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.
Белгестәр йүнселдең теләктәрен иҫәпкә алып, сайттың дизайнын эшләйәсәк.
Уйланылған контент маҡсатлы аудиторияны йәлеп итергә, клиенттар базаһын киңәйтергә, интернет-маркетингтың төрлө ҡоралдарын файҙаланырға ярҙам итәсәк. Һөҙөмтәлә предприятиеның сауҙа әйләнеше артыуы күҙәтеләсәк. Проектта ҡатнашыу өсөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың берҙәм реестрына инергә, республика биләмәһендә эшмәкәрлек алып барырға кәрәк. Ғаризалар 2021 йылдың 10 ноябренә тиклем ҡабул ителә.
"Минең бизнес" үҙәге шулай уҡ компания логотибын эшләү, электрон ҡултамға алыу, стандартлаштырыу, сертификация, рөхсәт, патентлау йәһәтенән документтарҙы теркәү буйынса хеҙмәттәр күрһәтә. "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы раҫланған һәм бизнесҡа башланғыс идеянан алып киңәйтеүгә, экспортҡа тиклем үҫештең бөтә этаптарында ла ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: biznestur.bashkortostan.ru
Фото: Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты сайты.