Милли проекттар
31 Октябрь 2021, 09:00

Ике миллиондан ашыу үҫенте ултыртылған

Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов ниҙәр хаҡында белдерҙе?

Ике миллиондан ашыу үҫенте ултыртылғанИке миллиондан ашыу үҫенте ултыртылған
Ике миллиондан ашыу үҫенте ултыртылған

Башҡортостанда урмандарҙың майҙаны 5,7 миллион гектар тәшкил итә, был төбәк биләмәһенең яҡынса ҡырҡ процентын тәшкил итә.

Республиканың Урман хужалығы министрлығы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә булдырылған "Экология" милли проектына ярашлы, 2019 йылдан алып "Урманды һаҡлау" федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Уның маҡсаты — 2024 йылға урман тергеҙеүҙе 100 процент нисбәтендә тәьмин итеү.

"Көҙгөһөн урманды тергеҙеү эштәре барышында, шул иҫәптән "Урмандарҙы һаҡлайыҡ" һәм "Йәшел Башҡортостан" акцияларына ярашлы, яҡынса 550 гектар майҙанда ике миллиондан ашыу урман үҫентеһе ултыртылған. Акцияларҙа 80 меңдән күберәк кеше ҡатнашҡан, ә 2021 йылда ете мең гектарҙан ашыу майҙанда утыҙ миллион самаһы яңы ағас ултыртылған", — ти Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Шулай уҡ ведомство ябыҡ тамыр системаһы булған үҫентеләрҙе етештереү өсөн оранжереялар төҙөүҙе дауам итә. Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, 2022 йылдың 1 ғинуарынан урманды тергеҙеү майҙандарының кәм тигәндә егерме проценты ябыҡ тамыр системаһы менән үҫтерелгән үҫентеләр менән башҡарылырға тейеш.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Айрат Искәндәров.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас