

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына һәм һаулыҡ һаҡлау тармағының тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, Хәйбулла районының Әҙел ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктын ҡороу буйынса монтаж эше башланды.
– Фельдшер-акушерлыҡ пункты Әҙел ауылында йәшәгән 130 кешене, шул иҫәптән 30 баланы хеҙмәтләндерәсәк. Бында фельдшер Гөлдәр Гущина эшләйәсәк, – ти Аҡъяр район дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ, дарыуҙар менән тәьмин ителәсәк. Хәйбулла районы биләмәһендә быйыл дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк. Сиратта – Федоровка, Аҡназар, Маҡан ауылдарында модуль конструкцияларын монтажлау. Инженер-коммуникация селтәрҙәрен үткәреү, биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм кәртәләү эштәре Хәйбулла районы хакимиәте көсө һәм средстволары ярҙамында башҡарыласаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.