

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк проектына ярашлы, Башҡортостанда йыл һайын “Беҙ – гагаринсылар!” өлкән мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн республика олимпиадаһы уҙғарыла. Сараның маҡсаты – донъя тарихындағы оло ваҡиға – кешенең тәүге тапҡыр йыһанға осоуы тураһында иҫтәлекте һаҡлау, балалар араһында таланттарҙы асыу.
15 ноябрҙә башланған олимпиаданың яңы миҙгеле алдынан үткәрелгән ултырышта олимпиаданы ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде, уҙған йылға йомғаҡ яһалды. Ишембай районының мәғариф идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ултырышта Олимпиаданың команда иҫәбендә еңеүселәр һәм призерҙар, шулай уҡ мәктәпкәсә олимпиада хәрәкәтен танытыу рейтингына ингән республика ҡала, райондарының мәғариф бүлектәре бүләкләнде.
“Беҙ – гагаринсылар!” олимпиадаһының ойоштороу комитеты төҙөгән рейтингта 2020 – 2021 йылдарҙа Ишембай районы муниципалитеттар араһында беренсе урынды яуланы. Әйткәндәй, балалар баҡсаларындағы тәрбиәселәр, өлкән тәрбиәселәр, мөдирҙәр, ата-әсәләр тырышлығы менән районда был олимпиада ҙур уңыш менән үтә. Муниципаль этапта еңеп сыҡҡандарҙы баш ҡалабыҙ – Өфө көтә. Ишембай балалары республика этабында йыл һайын ихлас ҡатнаша.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: ishmbuoo.narod.ru/news/my_gagarincy