Милли проекттар
1 Ноябрь 2021, 10:30

Социаль контракт ярҙам итте

Адреслы социаль ярҙам социаль контракт нигеҙендә аҙ килемле ғаиләләргә күрһәтелә.  

Социаль контракт ярҙам иттеСоциаль контракт ярҙам итте
Социаль контракт ярҙам итте

Бөгөн республикала 3536 социаль контракт төҙөлдө. Тимәк, шунса кешегә эш табыуҙа адреслы социаль ярҙам күрһәтелде тигән һүҙ. Эш эҙләгәндәр менән 1 193 контракт төҙөлөп, уларға 35,4 миллион һум аҡса түләнде лә инде.

Шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүсе 728 кеше  дәүләт менән контракт төҙөнө. Ә 428 контракт  шәхси йорт хужалығы алып барыуға, 1 187 контракт  ауыр тормош хәлен еңеләйтеүгә йүнәлтелде.   Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, социаль контракт нигеҙендәге адреслы ярҙам аҙ килемле ғаиләләргә, йән башына тура килгән килеме йәшәү минимумынан түбән булған яңғыҙ йәшәгән кешеләргә бирелә.  Социаль контракт ике яҡтың да бурысы булып тора. Аныҡ маҡсатҡа бүленгән аҡсаны бары тәғәйенләнеше буйынса ғына тотонорға мөмкин.  Программала ҡатнашыу шарттары менән Республика халыҡҡа социаль ярҙам, Мәшғүллек  үҙәге филиалдарында танышырға мөмкин.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Башҡортостанда халыҡтың ярлылыҡ кимәлен кәметеүгә һәм килемен күтәреүгә йүнәлтелгән федераль проект тормошҡа ашырыла. Адреслы социаль ярҙам социаль контракт нигеҙендә аҙ килемле ғаиләләргә күрһәтелә. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы,  2024 йылға тиклем “Бәләкәй  һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектына ярашлы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының финанс ресурстарын алыуға, шул иҫәптән,  льготалы финанслауға, мөмкинлектәре арттырыласаҡ.  Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәшғүлдәрҙең һанын,  шәхси эшҡыуарҙарҙы ла индереп, 25 миллионға еткереү планлаштырыла.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас