Милли проекттар
2 Ноябрь 2021, 08:15

Ауыл халҡына– модулле ФАПтар

Бөтә фельдшер-акушерлыҡ пункттары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты талаптарына ярашлы төҙөлә, медицина ярҙамы алыу һәм эшләү өсөн бөтә шарттар булдырыласаҡ

Ауыл халҡына– модулле ФАПтарАуыл халҡына– модулле ФАПтар
Ауыл халҡына– модулле ФАПтар

Яңауыл районының бер нисә ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөү дауам итә. Быйыл алты тораҡта – Айбүләк,  Эткенә , Андреевка, Ҡаймашабаш, Ахтиял, Татар Ураҙында яңы объекттар ҡалҡып сығасаҡ.

Яңауыл үҙәк район дауаханаһының баш табибы Тимур Мадъяров әйтеүенсә, Айбүләк һәм Эткенә ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары монтажланған. Ауылдарҙың тәүгеһендә 341 ауылдаш, шул иҫәптән 65 бала, хеҙмәтләндереләсәк. Эткенә пунктына 800-ҙән ашыу кеше беркетелгән, шул иҫәптән 112 бала һәм  65 йәштән өлкән126  пенсионер.

Бөтә фельдшер-акушерлыҡ пункттары “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты талаптарына ярашлы төҙөлә, медицина ярҙамы алыу һәм эшләү өсөн бөтә шарттар булдырыласаҡ.Йыл аҙағына тиклем республикала 73 модулле  медицина пункты урынлаштырыласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге эвеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас