

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда ауылдарҙың һәм муниципаль берәмектәрҙең электрон Хәтер китаптарын төҙөү буйынса эш башланды. Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең социаль өлкә, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге мәғлүмәттәренә ярашлы, күмертауҙар ҙа был эштән ситтә ҡалманы.
Ҡалалағы архивсылар Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы хеҙмәткәрҙәре менән Күмертау ҡала округы биләмәһенә ингән ауылдарҙан һуғышҡа киткән яугирҙәрҙең исемлеген тергеҙә. Эштең тәүге этабында мәғлүмәт туплап, бөтә документаль һәм электрон сығанаҡтарға анализ яһау күҙаллана. Икенсе этапта иһә ҡала халҡы менән ентекле танышыу, фотоларҙың, документтарҙың күсермәһен йыйып, мәғлүмәттәр базаһы проектын асыҡлау ҡарала.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” төбәк проектына ярашлы, эштең икенсе этабына әүҙемселәрҙе һәм ирекмәндәрҙе йәлеп итеү планлаштырыла. Улар мәғлүмәт туплауҙа ярҙам итәсәк.
“Беҙ яуға киткән яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен тергеҙеү буйынса башҡарылған эштең мөһимлеген аңлайбыҙ. Төп бурысыбыҙ – тарих ҡабатланмаһын өсөн аяуһыҙ һуғыш тураһында иҫтәлек һаҡлау. Ирекмәндәрҙе тарихи мәғлүмәт туплау эшенә йәлеп итеү бер үк ваҡытта тәрбиәүи һөҙөмтә бирәсәк. Ошо рәүешле беҙ йәш быуында ватансылыҡ, өлкәндәргә ихтирам тойғоһо тәрбиәләйбеҙ”, – тине Күмертау хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Татьяна Лихачева.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/173928
Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)