Милли проекттар
2 Ноябрь 2021, 09:30

Ҙур күргәҙмәгә юлланалар

“FoodExpo Qazaqstan 2021” – төп халыҡ-ара аҙыҡ-түлек күргәҙмәһе.

Ҙур күргәҙмәгә юлланаларҘур күргәҙмәгә юлланалар
Ҙур күргәҙмәгә юлланалар

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 3 – 5 ноябрҙә Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһында 23-сө “FoodExpo Qazaqstan 2021” Үҙәк Азия халыҡ-ара күргәҙмәһе уҙғарыла.

– Экспортлаусылар менән экспорт йүнәлешендәге предприятиеларҙың үҙ производстволарын яҡшыртырға, халыҡ-ара баҙарҙа тауарының конкурентлыҡ ҡеүәһен арттырырға ынтылыуы беҙҙең өсөн бик мөһим, – тине тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

“FoodExpo Qazaqstan 2021” – төп халыҡ-ара аҙыҡ-түлек күргәҙмәһе. 1998 йылдан башлап күргәҙмә майҙансығында бөтә донъянан компаниялар йыл һайын ошо өлкәләге һуңғы үҙенсәлектәр, етештереү технологиялары һәм аҙыҡ-түлек маркетингы менән таныштыра. Быйыл Башҡортостандан ҙур сарала һигеҙ предприятие ҡатнаша. Улар – “Джума Ти” йәмғиәте (сәй продукцияһы), “Контроль пакет” йәмғиәте (һығылмалы полимер төргәк), шәхси эшҡыуар Алһыу Минһажева (бал ризыҡтары), “Урал” йәмғиәте (умартасылыҡ продукцияһынан һаулыҡ өсөн тауарҙар), “Башҡорт балы” үҙәге (бал ризыҡтары), “Пищепром” йәмғиәте (йәшелсә консервалары, соус), “Глобус” берекмәһе (кондитер ашамлыҡтары), “Ҡырағай бал” йәмғиәте (бал продукцияһы).

Мәғлүм булыуынса, күргәҙмәлә ҡатнашыу буйынса бөтә сығымды, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә, Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге үҙ иңенә ала.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/172985

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас