

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына һәм тармаҡтың тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, Кушнаренко районының Мәмәк ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктын монтажлау эше бара.
– Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты ауылдың 346 кешеһен, шул иҫәптән 73 баланы хеҙмәтләндерәсәк.Унда “Ауыл фельдшеры” программаһында ҡатнашҡан юғары категориялы фельдшер Миңзәлә Муллагилдина эшләйәсәк,-тине Кушнаренко районы дауаханаһының баш табибы Илдар Баҡаев.
Яңы пункт тейешле ҡорамалдар һәм дарыуҙар менән тәмин ителәсәк. Быйыл район биләмәһендә өс модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк. Солтанай һәм Яҡуп ауылдары халҡы ла медицина учреждениеләры асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге эвеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.