Милли проекттар
3 Ноябрь 2021, 09:55

Һөҙөмтәлелекте арттырырға өйрәтәләр

Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге нигеҙендә “Процестар фабрикаһы” эшләй.

Һөҙөмтәлелекте арттырырға өйрәтәләрҺөҙөмтәлелекте арттырырға өйрәтәләр
Һөҙөмтәлелекте арттырырға өйрәтәләр

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл аҙағына тиклем республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, “Офис процестары фабрикаһы”н асыу планлаштырыла. Унда дәүләт һәм офис хеҙмәткәрҙәре, предприятие етәкселәре үҙ хеҙмәтенең һөҙөмтәлелеген арттыра ала.

– 2019 йылдан республикалағы Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге нигеҙендә “Процестар фабрикаһы”, милли проектта ҡатнашҡан предприятиеларҙың инженерлыҡ-техник персоналы өсөн уҡыу-күнекмәләр майҙансығы эшләй. Әле Федераль компетенциялар үҙәге ярҙамы менән уның бурыстары даирәһен киңәйтеп, “Офис процестары фабрикаһы”н ойошторорға ниәтләйбеҙ. Унда ҡатнашыусылар документтар тултырыуҙы моделләү барышында, һаҡсыл етештереү алымдарын ҡулланып, эш процесын камиллаштырырға өйрәнәсәк. Төбәк компетенциялары үҙәгендәге проекттар етәкселәре “Офис процестары фабрикаһы”н ойоштороу йәһәтенән тейешле белем алды, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

“Офис процестары фабрикаһы”нда тренерҙар ойошмаларҙа тыуған ысын хәл-шарттарҙы тергеҙеп, хеҙмәткәрҙәргә һаҡсыл етештереү алымдарын өйрәтә, ғәҙәти бурыстарҙы башҡарғанда һөҙөмтәлелекте арттырыу юлдарын практикала күрһәтә.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: economy.bashkortostan.ru/presscenter/news/406655/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас