Милли проекттар
4 Ноябрь 2021, 06:30

Аграр университетта – заманса лаборатория

Лабораторияны ғилми-тикшеренеү эштәре өсөн файҙаланасаҡтар.

Аграр университетта – заманса лабораторияАграр университетта – заманса лаборатория
Аграр университетта – заманса лаборатория

Республикалағы донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең идарасы компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан дәүләт аграр университетында эсәр һыу һәм үҫемлек сеймалынан эсемлектәр етештереү һәм уларҙың сифатына анализ лабораторияһы асылды. Был эш НЕРАЛ компаниялар төркөмө ярҙамында тормошҡа ашырылды. Мәғлүм булыуынса, бындай проекттар республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Фән” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Лабораторияны ғилми-тикшеренеү эштәре өсөн файҙаланасаҡтар. Бүлмәләр юғары технологиялы ҡорамалдар, шул иҫәптән сприт һәм һыра ҡайнатыу заводының модель ҡулайламалары менән йыһазландырылған. Улар ярҙамында аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты студенттары һыра һәм спиртлы эсемлектәр етештереү циклын тулыһынса өйрәнәсәк.

Предприятиеларҙың һәм айырым кешеләрҙең ғаризаһы буйынса яңы лабораторияла инновациялы продукция эшләнәсәк, һыу һәм спиртлы эсемлектәр сифатына анализ яһаласаҡ. Заманса ҡулайламаларҙа шулай уҡ төрлө конкурстарға, шул иҫәптән “WorldSkills”ҡа әҙерлек алып барыласаҡ.

– Башҡортостан дәүләт аграр университеты производство менән тығыҙ бәйләнеш булдырған, сөнки заманса, иң алдынғы ҡорамалдар предприятиеларҙа тупланған. Яңы лабораториялағы өр-яңы ҡулайламалар студенттарға сифатлы белем алырға, практик тәжрибә тупларға ярҙам итер, тип ышанам”, – тине университет ректоры Илдар Ғәбитов.

 

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: ноц.рф/news/

Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас