Милли проекттар
5 Ноябрь 2021, 06:30

Белоретта юл буйы кафеһы төҙөләсәк

Эшҡыуарҙың был өлкәлә тәжрибәһе етәрлек

Белоретта юл буйы кафеһы төҙөләсәкБелоретта юл буйы кафеһы төҙөләсәк
Белоретта юл буйы кафеһы төҙөләсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.

 Ошо көндәрҙә Белорет районы хакимиәтендә уҙғарылған сарала мөһим инвестиция проекты ҡаралды.

Инвестор Белорет ҡалаһына ингән урында юл буйы кафеһы төҙөргә ниәт итә.

Проекттың маҡсаты – ҡала халҡын һәм килгән ҡунаҡтарҙы хеҙмәтләндереү өсөн йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһын булдырыу. Киләсәктә инвестор ҡунаҡ йорттары һәм сувенир менән сауҙа итеүсе  мини-магазин да төҙөмәксе.

Эшҡыуарҙың был өлкәлә тәжрибәһе етәрлек, уның быға тиклем төҙөгән юл буйы кафеһы уңышлы эшмәкәрлек итә.

Инвестор ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн, ер участкаһы бүлеүҙә һәм унда инженер коммуникацияларын уҙғарыуҙа ярҙам һораны. Хакимиәт башлығы Андрей Иванюта инициатива менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе, проектты еренә еткереп эшләргә һәм ҡала стилендә визуалләштерергә ҡушты.

Фото: Белорет хакимиәте сайтынан.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас