Милли проекттар
5 Ноябрь 2021, 14:00

Донъя чемпионатына әҙерлек тикшерелде

Ирек Сәғитов: "Беҙҙә волейбол буйынса киң күләмле ярыштар үткәреү йәһәтенән тәжрибә ҙур. Өфөлә донъя чемпионаты матчтары ла иң юғары кимәлдә уҙыр, тип ышанам".

Донъя чемпионатына  әҙерлек тикшерелдеДонъя чемпионатына  әҙерлек тикшерелде
Донъя чемпионатына әҙерлек тикшерелде

Бөгөн Өфөлә киләһе йылда уҙасаҡ Волейбол буйынса донъя чемпионатына (FIVB 2022) бәйле Халыҡ-ара волейбол федерацияһының һәм "Ойоштороу комитеты волейбол 2022" коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошманың инспекция визиты булды. Кисә генә был делегация ағзалары Екатеринбургтағы объекттарҙы ҡарағайны.

FIVB-ның техник директоры Стивен Таттон, Ойоштороу комитетының генераль директоры Роман Станиславов һәм башҡалар ҡалаларҙың инфраструктураһы – матчтар уҙасаҡ спорт ареналары, ҡунаҡханалар – чемпионатҡа әҙерме икәнен үҙҙәре күреп тә, онлайн режимда ла тикшерә. Сәфәренең икенсе көнөндә инспекторҙар 2022 йылдың 27-29 авгусында Франция, Словения, Германия һәм Камерун йыйылма командаларын ҡабул итәсәк "Өфө-Арена" боҙ һарайына барҙы. Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәтендә осрашыу булды, унда Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендәге төбәк ойоштороу комитеты Чемпионатҡа әҙерлек эштәре менән таныштырҙы.

"Республикала волейбол спорттың база төрө булып һанала һәм барлыҡ ҡалаларҙа, райондарҙа үҫтерелә, – тине Ирек Сәғитов. – Беҙҙә волейбол буйынса киң күләмле ярыштар үткәреү йәһәтенән тәжрибә ҙур. Өфөлә донъя чемпионаты матчтары ла иң юғары кимәлдә уҙыр, тип ышанам".

Стивен Таттон әйтеүенсә, FIVB делегацияһы был аҙнала донъя чемпионатын ҡабул итәсәк һуңғы өс ҡаланың – Өфөнөң, Екатеринбургтың һәм Ҡазандың – әҙерлеген баһалай, артабан ойоштороу комитетына отчет бирәсәк. "Халыҡ-ара ярыштарҙы лайыҡлы уҙғарыу өсөн тырышабыҙ", – тине ул. Роман Станиславов иһә Башҡортостандағы турнирҙың иң ҡыҙыҡлыларҙың береһе булырына иҫәп тотоуын белдерҙе, сөнки бында бик көслө командалар көс һынаша.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: FIVB 2022 чемпионаты Рәсәйҙең Мәскәү, Санкт-Петербург, Калининград, Ярославль, Ҡазан, Екатеринбург, Өфө, Новосибирск, Кемерово, Красноярск ҡалаларында 26 августан 11 сентябргә хәтлем барасаҡ.

Бындай саралар "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль проекты бурыстарына ярашлы атҡарыла. Билдәле булыуынса, ул - Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Демография" милли проектының бер өлөшө.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53291#group-main-7 

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас