Милли проекттар
6 Ноябрь 2021, 08:00

Хәҙер 11-гә етте

Әбйәлил районында "Үҫеш нөктәһе" кабинеттары балаларға яңы мөмкинлектәр аса.

Хәҙер 11-гә еттеХәҙер 11-гә етте
Хәҙер 11-гә етте

Әбйәлил районы мәктәптәрендә “Мәғариф” милли проектының “Заман мәктәбе” федераль проекты сиктәрендә 11 инновациялы һанлы белем биреү үҙәге асылған. Быға тиклем асылған бишәүгә яңы уҡыу йылында тағы алтау ҡушылды. Улар Байым, Таштимер, Гусев, Ишҡол, Ҡырҙас, Хәмит урта мәктәптәрендә барлыҡҡа килде. Был үҙәктәрҙә тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлештә белемде камиллаштыралар.

“Үҫеш нөктәһе” ярҙамында белем биреү сифатын яҡшыртыу өсөн шарттар булдырыла, уҡыусыларҙың предметтарҙы өйрәнеүҙә, тәбиғи-ғилми һәм техник йүнәлештәге фәндәрҙе өҫтәмә өйрәнеү мөмкинлектәре киңәйә, шулай уҡ физика, химия, биология буйынса уҡыу материалын ғәмәли яҡтан өйрәнеү арта.

– “Үҫеш нөктәһе” – ул заманса ҡорамалдары булған яңыртылған кабинеттар, химия һәм биология лабораториялары. Уларҙа махсус уҡыу үткән ижади педагогтар эшләй. Ауыл мәктәптәрендә һанлы һәм гуманитар йүнәлештәге “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре барлыҡҡа килеү менән улар технологик белем алыу өсөн драйверға әйләнде, – ти райондың мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гөлдәр Рәхимова.

3D-принтер, робот-манипулятор, LEGO-роботтар, электрон схемалар йыйылмаһы – ошолар һәм башҡа заманса ҡорамалдар менән уҡыусылар “Заман мәктәбе” федераль проекты ярҙамында таныша алды. Хәҙер дәрестә һәм дәрестән һуң улар компьютерҙа электр сылбырын моделләү, манипуляциялы робот эшләп ҡарау, бинала тауыш һәм яҡтылыҡ графигын төҙөү кеүек өлкәләрҙә үҙ көстәрен һанап ҡарай һәм командала эшләргә өйрәнә аласаҡ.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Әбйәлил районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас