

Стәрлебаш районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, үҙәк район дауаханаһы 19 ҡеүәтле ноутбук алды. Заманса ҡулайламалар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк программаһының “һаулыҡ һаҡлауҙың түбәнге звеноһын яңыртыу” программаһына ярашлы тапшырылды.
Стәрлебаш дауаханаһының баш табибы Фидаил Хәбибуллин әйтеүенсә, райондағы фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм поликлиника яңы ноутбуктар менән тәьмин ителәсәк. Автоматлаштырылған эш урындары РМИАС дәүләт мәғлүмәт системаһына тоташтырыла. Был пациенттарҙың электрон медицина картаһын төҙөү, табипҡа арауыҡта яҙылыу, телемедицина консультациялары ойоштороу мөмкинлеген бирәсәк.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/174200
Сығанаҡ: СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)