

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән "Мәғариф" милли проектына ярашлы, Хәйбулла районы мәктәптәрендә Өфө дәүләт нефть-техник университеты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.
Өфө дәүләт нефть-техник университеты һәм район мәктәптәре араһында бәйләнеш булдырыу үҙәге итеп 2-се Аҡъяр мәктәбе билдәләнгән. Әңгәмәләр, лекциялар, экскурсиялар уҙғарыу, факультеттарға, кафедраларға, институттарға барыу, төрлө йүнәлештәрҙең һәм һөнәрҙәрҙең үҙенсәлектәре менән танышыу абитуриентҡа буласаҡ һөнәрен дөрөҫ һайлауға мөмкинлек бирә.
Көҙгө каникулдар көндәрендә УГНТУ профориентация һәм таланттарҙы йәлеп итеү үҙәгендә мәктәп-партнерҙар өсөн төп дисциплиналар (математика, физика, химия, информатика, йәмғиәтте өйрәнеү, рус теле) буйынса дәрестәр уҙғарыла. Уҡыусылар әүҙем рәүештә берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнә. Шулай уҡ улар өсөн һөнәри йүнәлештәге һәм мәҙәни программа әҙерләнгән. УГНТУ сараларында әүҙем ҡатнашҡандарға өҫтәмә балдар бирелә, улар университетҡа уҡырға ингәндә иҫәпкә алына.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты “Балалы ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы!”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Белем биреү экспорты” федераль проекттарынан тора.
Фото: Хәйбулла районының мәғариф идаралығы.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан