Милли проекттар
7 Ноябрь 2021, 03:30

Матурлыҡ салоны һәм ыҫлау цехы

Был юлы Хәйбулла эшҡыуарҙары нимә тәҡдим итте?

Матурлыҡ салоны һәм ыҫлау цехыМатурлыҡ салоны һәм ыҫлау цехы
Матурлыҡ салоны һәм ыҫлау цехы
Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбировтың һәр кесаҙна төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү, уларға уңайлы инвестиция мөхите булдырыу, эшҡыуарлыҡ өсөн отошло шарттар тәҡдим итеү маҡсатында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү бурысы район-ҡалаларҙа уңышлы тормошҡа ашырыла.
 
Ошо көндәрҙә Хәйбулла районында "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" онлайн форматта булды. Хәйбулла район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов етәкселегендә үткән сираттағы кәңәшмәлә ике проект тәҡдим ителде.
 
2016 йылдан эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән Гөлназ Назарова Матурлыҡ салонында "Маникюр һәм педикюр студияһы"н асыу буйынса үҙ проектын тәҡдим итте. Эшҡыуар ошо йүнәлештә эш башлау өсөн кәрәкле ҡорамалдар һәм мебель һатып алыу өсөн сығымдарҙы ҡаплау өсөн субсидия бүлеүҙәрен һорай.
 
Икенсе проект менән Рөстәм Вәлиев сығыш яһаны. Ул Аҡъярҙа ыҫлау цехы асырға хыяллана. Уның әйтеүенсә, ит һәм балыҡ продукцияларын ыҫлап, уларҙы махсус ҡаптар менән урап, һатыуға сығарасаҡ. Хатта эш башлау өсөн кәрәкле ҡорамалдар ҙа һатып алынған, бина табылған, тик уға ремонт талап ителә. Үҙ эшен башларға йыйынған Рөстәм Вәлиев та ыҫлау һәм әҙер продукцияны ҡаптарға һалыу буйынса алынған ҡорамалдарға киткән сығымдарҙы ҡаплауға ярҙам итеүҙәрен һорай. Әйткәндәй, эшҡыуарҙың был йүнәлештәге эше төбәктәге ит продукцияларын эшкәртеү буйынса ла ҙур ярҙам буласаҡ, шулай уҡ өҫтәмә эш урындары ла.
 
Кәңәшмә барышында уларҙың проекттарын тормошҡа ашырыу маҡсатында бар яҡлап ярҙам күрһәтеү бурысы ҡуйылды. Бындай сараларҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Ул биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарына, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
 
Автор:Карима Усманова
Читайте нас