Милли проекттар
8 Ноября 2021, 05:30

Эшҡыуар юл билдәләре етештерәсәк

Район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ыңғай һөҙөмтә бирә.

Эшҡыуар юл билдәләре етештерәсәкЭшҡыуар юл билдәләре етештерәсәк
Эшҡыуар юл билдәләре етештерәсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.

 Ошо көндәрҙә Учалы районы хакимиәтендә муниципаль район  башлығы Руслан Ғиләзетдинов етәкселегендә уҙғарылған сарала мөһим инвестиция проекты ҡаралды.

Унда автомобиль юлдарын төҙөүсе һәм ремонтлаусы эшҡыуар ҡатнашты. Предприятиеһының матди-техник базаһын яҡшыртыуға өлгәшкән инвестор, юл билдәләре етештереүсе яңы цех асырға ниәт итә.

Кәңәшмәлә ул “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү һәм үҫтереү” программаһы буйынса тәүге иғәнәне һәм лизинг түләүҙәрен ҡаплау мөмкинлеген һәм ҡуртымға алынған ер участкаһын ҡулланыуҙағы хоҡуҡтары мәсьәләһен күтәрҙе.

 Хакимиәт башлығы инициатива менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе һәм яуаплы ведомстволарға эшҡыуарға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә ҡушты.

Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас