Милли проекттар
8 Ноябрь 2021, 12:15

Сығымдың 80 процентҡа тиклемен компенсациялайҙар

Был ярҙам сараһына ихтыяж ҙур.

Сығымдың 80 процентҡа тиклемен компенсациялайҙарСығымдың 80 процентҡа тиклемен компенсациялайҙар
Сығымдың 80 процентҡа тиклемен компенсациялайҙар

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгерсс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сәнәғәт тауарҙары етештереүселәр һәм улар менән тәьмин итеүселәр үҙ продукцияһын сит илгә ташыуға сығымдың 80 процентына тиклемен компенсациялау мөмкинлегенә эйә.  

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Рәсәй экспорт үҙәге сығымды компенсациялауға ғаризалар ҡабул итеү тураһында белдерҙе.

– Был ярҙам сараһына айырыуса ихтыяж ҙур. Ул юғары һөҙөмтәлелеген күрһәтә. Тарихта тәүге тапҡыр етештереүселәрҙе һәм тәьминәтселәрҙе конкурс нигеҙендә һайлап алыу тулыһынса һанлы форматта башҡарыла. Был экспортлаусыларға ғаризаның статусын күҙәтеп, урындан ҡуҙғалмайынса, уны онлайн тәртибендә раҫлатыу мөмкинлеген бирәсәк, – тине Рәсәй экспорт үҙәге вице-президенты Алексей Солодов.

Әйткәндәй, ғаризаларҙы 9 ноябрҙән 9 декабргә тиклем “Минең экспортым” һанлы платформаһында тапшырырға була. Конкурста ҡатнашыуға ғариза биреү өсөн myexport.exportcenter.ru порталында теркәлеү шарт. Ә бының өсөн квалификациялы электрон ҡултамға йәки ЕСИА системаһында юридик берәмектең раҫланған иҫәп яҙмаһы булырға тейеш.

Мәғлүм булыуынса, бындай ярҙам саралары йүнселдәргә үҙ тауарын сит ил баҙарында һатырға һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын  тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/174502

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/174502

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас