Милли проекттар
9 Ноябрь 2021, 08:00

Семинарға саҡыралар

Унда экспорт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә теләгән эшҡыуарҙар ҡатнаша ала.

Семинарға саҡыраларСеминарға саҡыралар
Семинарға саҡыралар

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 15 ноябрҙә Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге “Экспорт проектының йәшәү циклы” программаһының “Экспорт эшмәкәрлегендә һалымдар” тигән унынсы семинарын ойоштора. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы ойошторола.

– “Экспорт проектының йәшәү циклы” белем биреү программалары Башҡортостандағы экспортлаусыларға өр-яңы экспорт баҙарҙарын һөҙөмтәле үҙләштереү өсөн белем алырға, компетенциялар һәм ғәмәли тәжрибә тупларға ярҙам итә, – тине тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Семинарҙа тышҡы сауҙа килешеүҙәренең һөҙөмтәлелеген арттырыу, бизнес моделен иҫәпкә алып, һалым һалыу системаһын һәм һалым тәртибен һайлау, һалым тикшереүен үтеү, һалым инспекторҙары менән эш итеү алымдары, ҙур хәүефкә дусар булған экспорт проекты этаптары, өҫтәмә хаҡҡа һалымдың льготалы ставкаһына эйә булыу өсөн экспортсы әҙерләргә тейешле документтар ҡарала. Сараның спикеры –  “Экспорт проектының йәшәү циклы” программаһы буйынса федераль тренер Александр Толкачев.

Семинар 15 ноябрҙә иртәнге сәғәт 10-да башлана. Унда экспорт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә теләгән эшҡыуарҙар, экспорт предприятиелары, ойошмалары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре бушлай ҡатнаша ала. Теркәлеү өсөн һылтанма: exportedu.ru/events/3916. Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: 7 987 050 04 95.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/174979

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/174979

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас