

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы республика экспортсыларынан етештерелгән тауарҙы ташыуға, шул иҫәптән экспортҡа пилот партияларын, шулай уҡ тауарҙарҙы сығарыуға бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтарыу буйынса республика бюджетынан субсидияға ғаризалар ҡабул итә башлай.
– Экспортҡа сығыуға ҡағылышлы, шул иҫәптән экспортсыларҙың тауар ташыуға бәйле сығымдарын ҡаплауға республика бюджетынан субсидия биреү кеүек һорауҙарҙы ентекле эшкәртеү мөһим. Был мәсьәләлә ваҡлыҡтар юҡ, ярҙам һәм консультация сараларының һәр береһе һөҙөмтәле булырға тейеш, – тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Экспорт эшҡыуарлығына ярҙамдың был механизмы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты һәм “Башҡортостан Республикаһында экспортты үҫтереү” төбәк проекты сиктәрендә өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла. Программа Башҡортостан иҡтисадының тотороҡлолоғон үҫтереү буйынса тәү сираттағы саралар исемлегенә инде.
2021 йылда бер ғариза биреүсегә бүленгән субсидияның иң ҙур күләме сығымдарҙың 80 процентына тиклем торошло, һәм ул ике миллион һумдан артмай.
Быйыл программала 2020 йылдың 1 декабренән һуң экспортҡа тауар оҙатҡан һәм республика биләмәһендә урынлашҡан, шунан тейәп ебәргән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ҡатнаша ала.
Субсидия биреү талаптары менән түбәнге һылтанмалар аша танышырға мөмкин:
– экспортҡа тауарҙы Транспортировка;
– экспортҡа пилот тауар партиялары Транспортировка ;
– Башҡортостан Республикаһының 2021 йылдың 23 авгусындаға 409-сы ҡарары – Постановление.
Һорауҙар буйынса hasanshina.af@bashkortostan.ru (Хәсәншина Альбина Фларис ҡыҙы); +7 (347) 280-87-17; Akhmadullina.KN@bashkortostan.ru (Әхмәҙуллина Ҡәҙриә Наил ҡыҙы); +7 (347) 218-15-57, Semochkin.AE@bashkortostan.ru (Семочкин Андрей Евгеньевич) электрон почталары аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Субсидия биреү шарттары һәм тәртибе менән түбәндәге һылтанмалар буйынса танышырға мөмкин:
- Международная сертификация;
- Башҡортостан Республикаһының 2021 йылдың 23 авгусындаға 410-сы ҡарары Постановление.
Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы 9 ноябрҙән субсидиялар буйынса ғаризаларҙы ҡабул итә (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 13-сө йорт, 5-се ҡат, 526-сы кабинет).
Фото: zaoaltaimash.ru
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан