Милли проекттар
10 Ноябрь 2021, 06:30

Үҫеш йүнәлештәре билдәләнде

Предприятиелар үҙ тауарын электрон сауҙа майҙансыҡтарында урынлаштырмаҡсы.  

Үҫеш йүнәлештәре билдәләндеҮҫеш йүнәлештәре билдәләнде
Үҫеш йүнәлештәре билдәләнде

Башҡоростандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, ”Ашығыс экспорт ярҙамы" белгестәре “Дубитель” һәм “Азимут” йәмғиәттәре предприятиеларында булды.

– Экспорт беҙҙең бизнесҡа һатыу баҙарын киңәтеү мөмкинлеген бирәсәк. “Ашығыс экспорт ярҙамы” белгестәре предприятиеларҙағы хәлгә тулы анализ яһай, үҫеш нөктәләрен, компанияларҙың тауарына ихтыяж булған сит ил баҙарҙарын билдәләй, – тине тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Әлеге сарала Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге директоры урынбаҫарҙары Николай Бабкин һәм Рита Аҡсурина ҡатнашты. Предприятиеларға сәфәр барышында экспорт эшмәкәрлеген үҫтереүҙең төп йүнәлештәре билдәләнде, экспорт өлкәһендә дәүләт ярҙамы саралары буйынса консультация үткәрелде. Осрашыу һөҙөмтәһендә компаниялар үҙ тауарын электрон сауҙа майҙансыҡтарында урынлаштырырға, үҙәк ярҙамында фото- һәм видеоконтент әҙерләргә ҡарар итте.  

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: https://foreign.bashkortostan.ru/presscenter/news/407803/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/175464

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас