

“Айыҡ ауыл” конкурсы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына ярашлы уҙғарыла. Ҡыйғы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл конкурстың муниципаль этабында 11 ауыл - Абзай, Ҡолбаҡ, Юныс, Теплый Ключ, Кеҙетамаҡ, Йыланлы, Солтан, Түбәнге Ҡыйғы, Йүкәлекүл, Ҡурғаш, Дүшәмбикә ҡатнаша. Унда еңеп сыҡҡан ауыл республика кимәлендәге конкурста район исеменән сығыш яһай.
Мәғлүм булыуынса, конкурс быйыл сентябрҙә башланды һәм килә йылдың 30 июнендә тамамлана. Ул ике этапта үтә. Республика этабында ҡатнашҡандар муниципаль район халҡы ҡатнашлығында, шул иҫәптән ыңғай тәжрибә, уңышлы практика менән уртаҡлашыу маҡсатында муниципаль-ара хеҙмәттәшлекте файҙаланып, сәләмәт тормошто пропагандалау йәһәтенән төрлө саралар ойоштора.
Конкурста 12 еңеүсе билдәләнә, һәр номинацияла – өсәр биләмә. Бүләк фонды – 40 миллион һум. Иң ҙур бүләк – алты миллион һум – “Ҙур биләмәләр” номинацияһында еңеп сыҡҡан ауылға тапшырыла. Башҡа номинацияларҙа еңеү яулағандар биш, дүрт һәм өс миллион һум ала.
Әйткәндәй, уҙған йылда конкурстың район этабында Иҫке Мөхәмәт ауылы еңгәйне. Ул республика бәйгеһендә районды уңышлы танытып, “Уртаса биләмәләр” номинацияһында икенсе урынға лайыҡ булды.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: kigi.bashkortostan.ru/presscenter/news/407622/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/175943