Милли проекттар
11 Ноябрь 2021, 04:30

Етешһеҙлектәр кәмегән

Клиенттарҙы юғалтыу ихтималлығы янаған булған.

Етешһеҙлектәр кәмегәнЕтешһеҙлектәр кәмегән
Етешһеҙлектәр кәмегән

Өфө каркаслы йорттар төҙөү заводында тимер-бетон плитәләрҙе әҙерләгәндә сменаһына бер хеҙмәткәргә хеҙмәт етештереүсәнлеге бер тапҡыр ярымға артҡан. Шулай итеп, предприятие Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ярты йыл ҡатнашыуын тамамлаған.

- “Техноспан” линияһында тимер-бетон плитәләрҙе етештереүҙә милли проект сиктәрендә һаҡсыл технологияларҙы сафҡа индереүҙе пилот проекты итеп һайланыҡ. Етәкселек был продукцияға ихтыяж менән ҡәнәғәт түгел ине. Өҫтәүенә етешһеҙлектәрҙең күп булыуы һәм төп клиенттарҙы юғалтыу мөмкинлеге асыҡланды, - тип белдерҙе республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Процесты диагностикалау ваҡытында эш төркөмө Төбәк хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә компетенциялар үҙәге эксперттары менән берлектә ҡорамалдарҙы оҙаҡ эҙләү, цехтан әҙер продукцияны көтөү кеүек проблемаларҙы асыҡлаған. Уларҙы бөтөрөү өсөн эш урындарын ойоштороу, ҡорамалдарҙы автономиялы хеҙмәтләндереүҙе сафҡа индереү, сифатһыҙ бетон ҡушымтаһы һәм башҡалар буйынса ҡарарҙар ҡабул ителгән.

Һөҙөмтәлә процесты 15,9 процентҡа ҡыҫҡартыу, ағымдағы запасты 40 процентҡа тиклем кәметеү һәм етешһеҙлектәре булған продукцияны һиҙелерлек аҙайтыу мөмкин булған.

Фото: pravitelstvorb.ru

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас