Милли проекттар
11 Ноябрь 2021, 04:00

Сквер төҙөкләндерелә

Межгорье ҡалаһындағы эштәр тамамланыу өҫтөндә.

Сквер төҙөкләндереләСквер төҙөкләндерелә
Сквер төҙөкләндерелә

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” төбәк проектына ярашлы, Межгорье ҡалаһында сквер һәм уның тирә-яғы төҙөкләндерелә.

Эш тамамланыу өҫтөндә: ноябрь аҙаҡтарында сквер ҡала халҡының яратҡан ял итеү урынына һәм төрлө саралар уҙғарыу майҙансығына әйләнәсәк.

Проектка ярашлы, йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар селтәре, ҡалаға нигеҙ һалыусылар хөрмәтенә һәйкәл, майҙансыҡтар, “Юность” балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе алдында көтөү урыны ҡаралған.

Әйткәндәй, “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” төбәк проектын һөҙөмтәһендә ҡалала туғыҙ йорт ихатаһы төҙөкләндерелгән.

"Горобзор" фотоһы.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас