Милли проекттар
12 Ноябрь 2021, 08:30

Ғилми саралар төбәк үҫешенә лә өлөш индерә

Республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы БР Башлығы Хакимиәте менән берлектә халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үткәрҙе. 

Ғилми саралар төбәк үҫешенә лә өлөш индерәҒилми саралар төбәк үҫешенә лә өлөш индерә
Ғилми саралар төбәк үҫешенә лә өлөш индерә

I  Мәхмүтов уҡыуҙарына ярашлы республика Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы БР Башлығы Хакимиәте менән берлектә “Төбәктең стратегик үҫеше: проблемалар, механизмдар һәм факторҙар” тип аталған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үткәрҙе. Ойоштороусылар араһында Белорусь Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Идара итеү академияһы, Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы дәүләт идараһы академияһы, Тажикстан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы дәүләт идараһы академияһы, Ҡырғыҙстан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы дәүләт идараһы академияһы ла бар ине.

Конференция республика Башлығының Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы барлыҡҡа килеүгә 30 йыл тулыу айҡанлы махсус булдырылған Указына ярашлы үтте. Сара уҡыу йортоноң тәүге ректоры – иҡтисад фәндәре докторы, профессор, билдәле ғалим Әнәс Хөсәйен улы Мәхмүтовтың яҡты иҫтәлегенә арналды. Унда ғилми йәмәғәтселек, Белорусь, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан вәкилдәре, вуз уҡытыусылары, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр ҡатнашты.

Ҡатнашыусыларҙы республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин һәм Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Данияр Абдрахманов сәләмләп, был сараның ғилми йәмәғәтселек һәм төбәгебеҙ үҫеше өсөн бик әһәмиәтле булыуын билдәләне, шулай уҡ арҙаҡлы  ғалим-иҡтисадсы Әнәс Мәхмүтовтың эшмәкәрлегенә оло баһа бирҙе.

Сарала видеоэлемтә алымында Рәсәй Дәүләт Думаһының фән һәм юғары белем буйынса комитеты рәйесе, иҡтисад фәндәре кандидаты Екатерина Владимировна Харченко ла ҡатнашты.

- Башҡортостанда юғары уҡыу йорттарына, шул иҫәптән Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһына шундай иғтибар бирелеүе ҡыуандыра. Вуздың барлыҡҡа килеүенә 30 йыл тулыу менән барығыҙҙы ла ихлас йөрәктән ҡотлайым. Бындай конференциялар быуындар араһында бәйләнеште һаҡлауға, йәштәргә оло быуындың бай тәжрибәһен тапшырыуға булышлыҡ итә, - тип билдәләне Екатерина Владимировна. Ул шулай уҡ билдәле ғалим Әнәс Хөсәйен улы хаҡында яҡты иҫтәлекте һүндермәй һаҡлауҙары өсөн ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.

Пленар ултырышта академиктың улы – Рәсәй Дәүләт Думаһының алтынсы саҡырылыш депутаты Әнүәр Әнәс улы Мәхмүтов та ҡатнашты. Ул атаһының тормош юлы һәм ғилми эшмәкәрлеге менән таныштырып үтте. “Атайымдың яҡты хәтеренә арнап ошондай конференцияның үтеүе – минең өсөн ныҡ тулҡынландырғыс күренеш. Ул глобаль фекерләүсе, уны шәхес итеп үҫтергән дәүләткә һәм Ҡыҙыл Армияға рәхмәтле булып йәшәне. Ул күп яҡлы һәләтле кеше булды: музыкант, сәйәси эшмәкәр, ғалим”, - тине ғалимдың улы.

Конференцияла Ә.Х. Мәхмүтовтың беренсе аспиранты, иҡтисад фәндәре кандидаты, Рәсәй Дәүләт Думаһының II, III, IV һәм VII саҡырылыш депутаты  Михаил Евгеньевич Бугера, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Азамат улы Тажетдинов һәм Башҡортостан, Рәсәй һәм сит ил ғалимдары сығыш яһаны.

Бындай саралар ғилми өлкәнең һәм төбәктең иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итеү менән бер рәттән ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Фән” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла мөһим өлөш индерә. 

Фото: strategy.bashkortostan.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас