Милли проекттар
14 Ноября 2021, 07:00

Ағас продукциялары 19 илгә һатыла

Экспортҡа оҙатыу өсөн фитосанитар сертификат алыу мотлаҡ, шуға ағас изделиеларҙа хәүефле карантин объекттары булыу-булмауын лаборатор шарттарҙа тикшерәләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ағас продукциялары 19 илгә һатылаАғас продукциялары 19 илгә һатыла
Ағас продукциялары 19 илгә һатыла

Башҡортостандың урман сәнәғәте комплексы ун ай эсендә 143 мең 121 кубометр ағасты экспортҡа оҙатҡан.

Республикала үҫкән ағастарҙан әҙерләнгән таҡталар, тәбиғи шпон һәм башҡа продукция Афғанстанға, Азербайжанға, Белорусияға, Грузияға, Италияға, Иорданияға, Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға, Ҡытайға, Латвияға, Словакияға, Тажикстанға, Төркмәнстанға, Үзбәкстанға, Чехияға, Эстонияға, дөйөм алғанда, 19 илгә ебәрелгән.

Экспортҡа оҙатыу өсөн фитосанитар сертификат алыу мотлаҡ, шуға ағас изделиеларҙа хәүефле карантин объекттары булыу-булмауын лаборатор шарттарҙа тикшерәләр. Ағас һәм уны тейәгәнгә тиклем эшкәртеү продукттары зарарһыҙландырыу процедураһын үткән. Барыһы ла импортлаусы илдәр талаптарына яуап бирергә тейеш.

Илдә Президент Владимир Путиндың май указдарына ярашлы "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Программала ҡаралғанса, 2024 йылға тиклем Рәсәй һәр йыл 250 миллиард долларға энергетикаға ҡарамаған сектор тауарҙарын экспортларға тейеш.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Үҙәк ғилми-методик ветеринария лабораторияһының Башҡортостандағы филиалы.

Автор:Лилия Нуретдинова