

Яңы сөгөлдөр уңышын эшкәртеүҙең иң ҡыҙыу осоро бара. Бөгөнгә 246,2 мең тонна татлы тамыр эшкәртелгән, 36,5 мең тонна шәкәр алынған. Сөгөлдөрҙәге шәкәр миҡдарының күрһәткесен быйыл яҡшы тип билдәләй белгестәр, ул яҡынса 20 процент тәшкил итә.
Алынған продукцияның төп күләме — "Раевка шәкәре" кампанияһының өлөшө, Шишмә шәкәр заводы ҙур реконструкциянан һуң яңыраҡ эшләй башлағанға күрә, уға тура килгән күләм күпкә кәмерәк. Тиҙ арала был һандар үҙгәрәсәк тип билдәләй Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре.
Быйыл республикала 36,4 мең гектар майҙанда шәкәр сәселгән, уларҙан 900 мең тоннанан ашыу тамыр культуралары йыйылған.
Йыл һайын республикала етештерелгән шәкәрҙең яҡынса дүрттән бер өлөшө экспортҡа оҙатыла. Башлыса беҙҙең шәкәрҙе Ҡаҙағстан менән Үзбәкстан илдәре һатып ала.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарындағы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, илдә етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһын сит илдәргә ебәргән ауыл хужалығы предприятиеларына дәүләт ярҙамы күрһәтелә, уларҙың кимәлен күтәреүгә, төҙөкләндереүгә гранттар бирелә.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.