

Санкт-Петербургта Рәсәй Милли китапханаһының конференц-залында IX Бөтә Рәсәй асыҡ китапханалар форумы үтә.
Башҡортостандан был сарала Ҡариҙел районының үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры Светлана Сәфәрова ҡатнашты. Ул үҙ сығышында форумда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтарҙы "Нәнәй" тип аталған мәҙәни мираҫ менән эшләү буйынса электрон белешмә менән таныштырҙы.
Светлана Сәфәрова Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Мәҙәниәт" милли проекты нигеҙендә Ҡариҙел ауылының үҙәк китапханаһы базаһында яңы быуын китапханаһын булдырыу тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты. Учреждениеның тыуған яҡты өйрәнеү, ирекмәндәр хәрәкәте, йәштәрҙе йәлеп итеү, Пушкин картаһы проектын тормошҡа ашырыу, инклюзив ижади лаборатория булдырыу, конкурстарҙа ҡатнашыу һәм башҡа йәһәттән киң эшмәкәрлек алып барыуы күптәргә өлгө булырлыҡ.
"Нәнәй" мәҙәни мираҫ менән эшләү буйынса электрон белешмәһе форумда ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Фото: Ҡариҙел районы хакимиәте.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан