Милли проекттар
15 Ноябрь 2021, 09:30

Балаларҙы “Төньяҡ балҡышы” саҡыра

Өфөләге Валериан Албанов исемендәге ҡотопсылар музейында 7-11-се класс уҡыусылары өсөн “Төньяҡ балҡышы” тип аталған көндөҙгө мәктәп эшләйәсәк. 

Балаларҙы “Төньяҡ балҡышы” саҡыраБалаларҙы “Төньяҡ балҡышы” саҡыра
Балаларҙы “Төньяҡ балҡышы” саҡыра

Профориентацион мәктәптең эшмәкәрлеге ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проектына ярашлы алып барыла. Уның ойоштороусылары булып РФ Мәғариф министрлығы, Бөтә Рәсәй художестволы ижадты һәм гуманитар технологияларҙы үҫеш үҙәге, Башҡортостан Республикаһының алдынғы һөнәри әҙерлек үҙәге, БР Милли музейы, В.И. Албанов исемендәге ҡотопсылар музейы сығыш яһай.

Каникул профориентацион мәктәбенең асылы нимәлә? Унда балаларҙы көн дауамында теге йәки был һөнәр менән таныштыралар. Ике көн дауамында “Төньяҡ балҡышы” мәктәбендә балалар Арктика һәм Төньяҡ Боҙло океанды үҙләштереүгә ҡағылышлы һөнәрҙәр менән танышасаҡ. Ә педагогтар уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы саралар, экскурсиялар, команда уйындары, Арктик квиз һәм мауыҡтырғыс оҫталҡ дәрестәре уҙғарасаҡ. Балаларға туҡланыу ойошторола.

21 ноябрҙән һигеҙ төркөм эш башлай. Балалар мәктәптә ике дауамында көнөнә дүртәр сәғәт буласаҡ. Бәйләнеш өсөн телефондар: 7 (347) 246-09-86, 8-917-735-36-80, 8-917-464-52-15.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас