Милли проекттар
15 Ноябрь 2021, 06:30

Кемдәр торлаҡлы буласаҡ?

Йорттарҙы быйыл июндә төҙөй башлағандар. Объекттарҙың береһен 2021 йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырмаҡсылар

Кемдәр торлаҡлы буласаҡ?Кемдәр торлаҡлы буласаҡ?
Кемдәр торлаҡлы буласаҡ?

Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында авариялы торлаҡ фондынан күсеүселәр өсөн күп фатирлы ике йорт төҙөлә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы Комаров урамында урынлашҡан авариялы 2-се, 4-се йорттарҙағы ғаиләләрҙе күсереү планлаштырылған. Дөйөм майҙаны – 1470,9 квадрат метр.

Был маҡсатта 61 миллиондан ашыу аҡса бүленгән. Сумманың 55 миллион һумдан ашыуын – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды, биш миллион һумды – республика, 652 мең һум аҡсаны район хакимиәте бүлгән.

Шулай итеп, әлеге ваҡытта Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы Мәктәп урамында дөйөм майҙаны ике мең метрҙан ашыу квадрат булған ике йорт төҙөлә. Граждандарҙы авариялы йорттарҙан күсереү өсөн был йорттарҙа 32 торлаҡ бина алынған.

Йорттарҙы быйыл июндә төҙөй башлағандар. Объекттарҙың береһен 2021 йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырмаҡсылар. Уның әҙерлеге 90 процент тирәһе тәшкил итә. Икенсе йортто киләһе йылдың икенсе кварталында тамамлау планлаштырыла.

Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас