Милли проекттар
15 Ноябрь 2021, 11:45

“Спортҡа һөйөү, сәләмәт булыу, әүҙем тормош һәр саҡ модала”

Әлеге бәйге балаларҙың да, ата-әсәләрҙең дә хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр...

“Спортҡа һөйөү, сәләмәт булыу, әүҙем тормош һәр саҡ модала”“Спортҡа һөйөү, сәләмәт булыу, әүҙем тормош һәр саҡ модала”
“Спортҡа һөйөү, сәләмәт булыу, әүҙем тормош һәр саҡ модала”

Саҡмағош районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына ярашлы, Тәмәке тартыуҙы, эскелекте һәм наркоманияны иҫкәртеү айлығы барышында Саҡмағош ауылында “Атай, әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә” ярышы булды. Мәктәп этабында еңеү яулаған һигеҙ ғаилә район кимәлендә көс һынашты. Улар үҙҙәренең эмблемаһын, визиткаһын әҙерләне, конкурс шарттары талап иткәнсә, нормативтарҙы үтәү буйынса видео-отчеттар тапшырҙы.

Бәйге һөҙөмтәһе буйынса беренсе урынды Саҡмағош ауылынан Саяповтар ғаиләһе алды. Икенсе урында – шул уҡ Саҡмағош ауылынан Низамовтар, өсөнсөлә – Тайнаштан Сәмиғуллиндар ғаиләһе. Әйткәндәй, конкурста Туҙлыҡыуыш ауылынан Әхийәровтар, Кәримовтар, Саҡмағоштан Ғафаровтар, Ислановтар, Һаҙыевтар әүҙем ҡатнашты. Уларҙың барыһына ла маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

“Әлеге бәйге балаларҙың да, ата-әсәләрҙең дә хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр, тип ышанабыҙ. Бында кемдеңдер еңеүгә өлгәшеүе түгел, ә сараның ихласлыҡ, изгелек, ярҙамсыллыҡ, үҙ-ара ихтирам һәм татыулыҡ шарттарында үтеүе мөһим ине. Конкурс спортҡа һөйөү, сәләмәт булыу, әүҙем тормош алып барыу кеүек күренештәрҙең һәр заманда ла модала ҡалыуын йәнә бер тапҡыр иҫбатланы”, – тине райондағы йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт комитетының төп белгесе Айһылыу Хәлитова.

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/177619

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/177619

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас