

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ҡариҙел районының Яр буйы паркында күләмле реконструкция үткәрелде. Эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына ярашлы башҡарылды.
Яңы инфраструктура объектында резина япмалы спорт һәм балалар майҙансығы, асфальт түшәлгән тротуарҙар, бәләкәй архитектур һындар, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары, башҡа төҙөкләндереү элементтары, парк тирәләй ҡойма барлыҡҡа килде. Ҡариҙел районы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, ял паркын төҙөкләндереү ике йыл дауам иткән. Эштең тәүге этабын – “Феникс+”, икенсеһен “ЭкоПрайм” йәмғиәте башҡарған.
Уҙған аҙнала, планлаштырылған ғәмәлдәр тамамланғас, яңыртылған “Яр буйы” паркын асыу тантанаһы булды. Унда Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин ҡатнашты. Район етәксеһе халыҡты иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы һәм ошо эштә ҡатнашҡан эшҡыуарҙарға ярҙам өсөн рәхмәт әйтте.
– Йүнселдәрҙең ситтә ҡалмауы, һәр йәһәттән ярҙам итеүе ҡыуандыра. Урындағы халыҡ тырышлығыбыҙҙы тейешенсә баһалар һәм паркты төҙөк килеш, һаҡлап файҙаланыр, – тине ул.
Әйткәндәй, киләсәктә Абыҙ ауылында парк зонаһы булдырыу һәм Ҡариҙел ярын төҙөкләндереүҙе дауам итеү планлаштырыла.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://house.bashkortostan.ru/presscenter/news/409246/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/177535