

Онлайн-олимпиаданы “Милли проекттар” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма Рәсәйҙең Эске эштәр һәм Мәғариф министрлыҡтары ярҙамында үткәрә. Ноябрҙең беренсе аҙнаһында сарала бер миллиондан ашыу уҡыусы ҡатнашҡан да инде. Тест заданиелары юл грамоталылығын күтәреүгә һәм юлдарҙа балалар имгәнеүен иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.
Был Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһы икенсе йыл рәттән уҙғарыла. Былтыр унда илдең 85 төбәгенән 2,2 миллион 1-4-се класс уҡыусылары ҡанашҡайны.
Олимпиадала ҡатнашыу бушлай. Бының өсөн “Учи.ру” онлайн-платформаһында теркәлергә һәм уның ярыштар битенә күсергә кәрәк.
Фото: БР Транспорт һәм юл хужалығы минисрлығы сайтынан.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан