Милли проекттар
16 Ноябрь 2021, 07:30

Ярҙы төҙөкләндереү дауам итә

Әле өс этапҡа бүленгән эштең тәүгеһе башҡарыла.

Ярҙы төҙөкләндереү дауам итәЯрҙы төҙөкләндереү дауам итә
Ярҙы төҙөкләндереү дауам итә

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡалала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһын тормошҡа ашырыу йәһәтенән эш дауам итә. Быйыл Стәрле йылғаһы ярының 23 май урамынан алып Хоҙайбирҙин урамына тиклемге өлөшө төҙөкләндерелә. Был – өс этапҡа бүленгән эштең тәүгеһе.

Әле подряд ойошмаһы йылғаға төшә торған баҫҡыстарҙы эшләй, электр яҡтыртҡыстары һәм видеокүҙәтеү системаһы өсөн бағаналар ҡуя, павильонды монтажлай,  эскәмйәләрҙе урынлаштыра, балалар уйын майҙансығына резина япма түшәгән. Тротуар плитәһен һәм борт таштарын һалыу дауам итә.

Стәрле ярының был өлөшөндә тротуарҙар, терраса, яҡтыртҡыстар, видеокүҙәтеү ҡулайламалары, тауыш ҡорамалдары барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ ямғыр һәм ҡар һыуҙары ағып төшөү өсөн люктар, ҡоймалар, велотуҡталҡа эшләү, янғын сигнализацияһы, навигация стендтары ҡуйыу планлаштырыла.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/178168

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас