Милли проекттар
17 Ноябрь 2021, 07:30

“Бәләбәй” сәйен эскәнегеҙ бармы?

"Берҙән-бер шарт – тауар сифатлы булырға тейеш..."

“Бәләбәй” сәйен эскәнегеҙ бармы?“Бәләбәй” сәйен эскәнегеҙ бармы?
“Бәләбәй” сәйен эскәнегеҙ бармы?

Бәләбәй районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә Бәләбәй сәй комбинатының “Бәләбәй” тигән марка аҫтында сәй етештереү проекты ҡаралды.  

Мәғлүм булыуынса, компания быйыл февралдә генә ойошторолған. Үҙенең продукцияһын ул республика магазиндарына сығара, сауҙа селтәрҙәрен тәьмин итеү йәһәтенән дә әүҙем эшләй. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә производствоға ҡулай бина һайлау һәм бүлеү мәсьәләһе буйынса фекер алыштылар. Бина билдәле бер тапатарға яуап бирергә, ҡоро булырға, елләтелергә тейеш.

Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев инвесторға проектты йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты булараҡ тормошҡа ашырырға тәҡдим итте. Ул йүнәлешле хеҙмәттәргә ағымдағы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтергә  ҡушты.

Берҙән-бер шартыбыҙ – тауар сифатлы булырға тейеш, сөнки хәҙер ҡулланыусы талымлы, һайлансыҡ”, – тине Азат Сәхәбиев.

Әле Бәләбәй комбинаты “Ҡара һинд сәйе”н, “Ассам” һинд сәйе”н, “Бергамот тәме сыҡҡан бөртөклө ҡара сәй”ҙе һатыуға сығарған. Эшҡыуар сәйгә Башҡортостанда үҫкән үләндәрҙе ҡушып, ассортиментты киңәйтергә ниәтләй.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: belebey-mr.ru/press/news/6437/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/178895

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас