Милли проекттар
17 Ноября 2021, 07:00

Эшҡыуарҙар Төркиәгә бизнес-сәфәр ҡылды

Сара барышында буласаҡ партнерҙар менән осрашыу, килешеүҙәр төҙөү күҙаллана.

Добавить в предпочтительные источники Google
Эшҡыуарҙар Төркиәгә бизнес-сәфәр ҡылдыЭшҡыуарҙар Төркиәгә бизнес-сәфәр ҡылды
Эшҡыуарҙар Төркиәгә бизнес-сәфәр ҡылды

Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 17 – 19 ноябрҙә республика компаниялары Төркиә Республикаһының Истанбул ҡалаһына бизнес-миссияла ҡатнаша. Мәғлүм булыуынса, бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

– Төркиә – Башҡортостан өсөн мөһим партнер. Уның менән хеҙмәттәшлегебеҙ төрлө йүнәлештәрҙә әүҙем үҫешә. Беҙ үҙ-ара ихтирамға, ышанысҡа һәм уртаҡ мәнфәғәттәргә нигеҙләнгән мөнәсәбәттәр артабан да уңышлы дауам итер, тигән өмөттәбеҙ, – тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Бизнес-миссияны ойоштороусылар – республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы, Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге.

Төркиәгә сәфәрҙә республикабыҙҙан “Икар һәм Ко”, “МАРОМА Технологиялар”, “ИшембайСпецТехника”, “Милк Трейд”, “МЕГИ ҡорос ишектәр”, “Сибай икмәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, шәхси эшҡыуарҙар Эльза Ситдиҡова һәм Евгений Приземин ҡатнаша. Сара барышында буласаҡ партнерҙар,  Рәсәйҙең Төркиәләге Сауҙа вәкиллеге, Истанбул Сауҙа палатаһы, Төркиә Республикаһындағы “РЭЦ” йәмғиәте, Башҡортостандың Истанбулдағы Конгресс-бюроһы һәм “MÜSİAD” бойондороҡһоҙ сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар ассоциацияһы вәкилдәре менән осрашыуҙар планлаштырыла.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/178910

Автор:Лилия Давлетбакова