

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Ошо көндәрҙә Учалы районы хакимиәтендә муниципаль район башлығы Руслан Ғиләзетдинов видеобәйләнеш рәүешендә сираттағы кәңәшмә уҙғарҙы.
Унда райондың бизнес-шерифы Әсхәт Әсхәтуллин, хакимиәттең капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Фәриҙә Хәлилова һәм «Стабилизация грунта РФ» компанияһы вәкиле ҡатнашты. Инвестор компания үҙенең проекты менән таныштырҙы. Хакимиәт башлығы был технологияларҙы район биләмәһендәге юлдарҙы төҙөүҙә ҡулланыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
Әсхәт Әсхәтуллин Учалы районында балсыҡ ятҡылыҡтарының барлығын һәм ҡырсынташ етештерелеүен билдәләне. Юлдарҙы төҙөгәндә компанияның урындағы материалдарҙы ҡулланыу мөмкинлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан