

Рәсәйҙә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса тармаҡ реформаһы ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проекты составындағы ошондай уҡ федераль проект нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Октябрьский ҡалаһы – республикала тәүгеләрҙән булып ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу эшенә ҡушылды. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, биләмәлә пластик шешәләрҙе, быяланы, ҡатырға һәм макулатураны йыйыу өсөн айырым контейнерҙар, батарейка, аккумулятор, терегемөшлө термометрҙар, электрҙы һаҡсыл тотонған лампалар кеүек хәүефле ҡалдыҡтар өсөн махсус бокстар ҡуйылған.
– 2018 йылда “Гринпис” йәмғиәте Октябрьскийҙы Рәсәйҙә сүп-сарҙы айырым йыйыу эшен әүҙем тормошҡа ашырған тәүге биш биләмә иҫәбенә индерҙе. Бындай ҡарар контейнерҙар һанына ҡарап ҡабул ителде. 2019 йылда Октябрьский “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу – ҡаланың экологик именлегенә табан бер аҙым” проекты менән “Иң яҡшы муниципаль практика” Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында еңеүсе тип танылды, – тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡала хакимиәте башлығы Алексей Шмелев. – Әммә беҙ өлгәшелгәндәр менән сикләнмәйбеҙ, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылабыҙ. Быйыл ҡала 36 яңы контейнер һатып алды: ҡыҙылдары – быяла, көлһыуҙары – иҫке көнкүреш техникаһы өсөн. Был аҙнала уларҙы ҡуя башланылар. Әйткәндәй, был контейнарҙарҙың һәр береһенең тәғәйенләнеше тураһындағы яҙмаһы һәм ҡапҡасы бар. Сүп-сарҙы сорттарға айырып һәм уны артабан эшкәртеүгә оҙатып, беҙ имен киләсәккә тос өлөш индерәбеҙ, балаларыбыҙға һәм ейәндәребеҙгә таҙа тирә-яҡ мөхит ҡалдырыуҙы хәстәрләйбеҙ.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/179540