Милли проекттар
20 Ноябрь 2021, 07:00

Йомарт шишәмбе үткәрелә

Ул быйыл 30 ноябрҙә ойоштороласаҡ. Был хаҡта белмәй ҡалмағыҙ.

Йомарт шишәмбе үткәреләЙомарт шишәмбе үткәрелә
Йомарт шишәмбе үткәрелә

Йомарт шишәмбе – Бөтө донъя хәйриә көнө. Ул мөмкин тиклем  күберәк кешеләрҙе изгелек ҡылыу һәм хәйриә эшенә йәлеп итеү өсөн үткәрелә. Был көндө төрлө изге эштәр атҡаралар, мәҫәлән, хәйриә ойошмалары өсөн аҡса йыялар, ирекмәндәр акциялары уҙғарыла, интернет селтәрендә флешмобтар ойошторола.

Унда һәр сәйәси булмаған ойошма һәм айырым кешеләр ҡатнаша ала. Улар акция, аҡса йыйыу рәүешен ирекле һайлау хоҡуғына эйә. Социаль йәһәттән яуаплы компаниялар йәмғиәткә үҙ эшмәкәрлеге хаҡында һөйләй, хеҙмәткәрҙәре араһында ошо юҫыҡта әүҙемлекте арттыра.

Йомарт шишәмбе 30 ноябрҙә үткәрелһә, уның менәң бәйле ваҡиғалар 20 ноябрҙән 4 декабргә тиклем барасаҡ.

2016 – 2019 йылдарҙа был сараға илдәге барлыҡ төбәктәрҙән дүрт меңдән ашыу ойошма йәлеп ителгән. Улар ете меңдән ашыу хәйриә акцияһы ойошторған.

Сараны илдең “КАФ” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы уҙғара. Был башланғыс Президент гранттары фонды – Граждандар йәмғиәте үҫешенә Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттары берҙәм операторы булышлығында уҙғарыла.

Әйткәндәй, ошондай саралар ил Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты бурыстарын да тормошҡа ашыра.

Фото: vdposmolensk.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас