

20 ноябрҙә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы майҙансығында, “Халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрен трансформациялау” программаһына ярашлы, проекттарҙы яҡлау сараһы ойошторолдо. Республикабыҙҙың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы командаһының Башҡортостан Республикаһында киләсәктә уртаса ваҡытта эш биреүселәргә йүнәлеш биреү тураһындағы проект эшен яҡлау финалы булды. Һөҙөмтәлә республика командаһы Волга буйы федераль округы дүртенсе ағымының гран-приһын яуланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 – 20 ноябрҙә Мәскәүҙә “Халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрен трансформациялау” мәғариф программаһы буйынса уҡыуҙар үткәрелде. Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы ойошторған был программа эшһеҙлек булыу хәүефе осрағында дәүләт “кадр үҙәктәре”н ойоштороу, эш биреүселәрҙең кадр ресурстарына ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү кеүек ике модулдән торҙо. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
Республика командаһы көнүҙәк проблемаларҙы – Башҡортостан миҫалында эш биреүселәргә дөрөҫ йүнәлеш биреү ысулдарын эшләүҙе һайланы. Эксперттар был проектты юғары баһаланы. Ул икенсе йылда бойомға ашырыласаҡ.
Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан