

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, “Ашығыс экспорт ярҙамы” ошо көндәрҙә Өфөләге “Нефтемонтаждиагностика” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды. Сарала тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова һәм Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге директоры урынбаҫары Николай Бабкин ҡатнашты.
– “Ашығыс экспорт ярҙамы”ның бурысы – Башҡортостан компанияларына экспортҡа сығырға ярҙам итеү, предприятиеларға дөйөм анализ яһау, үҫеш нөктәләрен билдәләү, республика компаниялары продукцияһына ихтыяж булған сит ил баҙарҙарын асыҡлау, – тине Лена Изотова.
“Нефтемонтаждиагностика” предприятиеһы нефть химияһы, нефть һәм газ эшкәртеү, нефть, газ һәм төҙөлөш сәнәғәте өлкәһендә заманса технологияларҙы ҡулланып, резервуарҙар һәм резервуар конструкциялары проектлауҙан башлап ошондай ҡулайламалар эшләүгә һәм поставкалауға, монтажлауға тиклемге эштәр комплексын башҡара. Уның йыллыҡ табышы йылына 300-600 миллион һум тәшкил итә. Төп заказсыһы – “Транснефть”.
Предприятие Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәгенә ярҙам һорап тәүгә мөрәжәғәт иткән. Сара барышында үҙәк хеҙмәткәрҙәре консультация үткәрҙе, производствоны ҡарап сыҡҡандан һуң, артабанғы эш йүнәлештәрен билдәләне, предприятиены экспортҡа сығарыу буйынса ярҙам саралары тураһында һөйләшеп килеште. Әйткәндәй, 6-9 декабрҙә “Нефтемонтаждиагностика” Беларусь Республикаһына бизнес-миссияла ҡатнаша.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: foreign.bashkortostan.ru/presscenter/news/410854
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/180947