

Дәүләкән районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына ярашлы, Дәүләкәндә ил Президенты гранты иҫәбенә “Әүҙем оҙон ғүмер” клубы асылды. Унда 60-тан ашыу кеше йөрөй.
Өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән был клуб “Изге эш” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге нигеҙендә эшләй. Бында ололар скандинав йөрөшө алымын өйрәнә. Күнекмәләрҙе тренер Зилә Баймәтова үткәрә. Өлкәндәр ҡаланың төрлө өлөшөндә урынлашҡан дүрт майҙансыҡта шөғөлләнә.
Күнекмәләргә даими йөрөгән Любовь Ломовицкая әйтеүенсә, өлкән быуын вәкилдәрен берләштергән клуб бик кәрәк. Унда ололар бер-береһе менән аралаша, ҡыҙыҡлы яңылыҡтар белә, сәләмәт тормошҡа йәлеп ителә. Республикала иғлан ителгән Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылында был айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.
Үҙәк етәксеһе Лариса Иванова өлкәндәр өсөн күнекмәләрҙең киләһе йылдың февраль аҙағына тиклем дауам итәсәге тураһында белдерҙе. Эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, күнекмәләр санитария нормаларын үтәп уҙғарыла. Бынан тыш, “Әүҙем оҙон ғүмер” клубы ағзалары ҡала бассейнына ла йөрөй.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: davlekanovo.bashkortostan.ru/presscenter/news/411341/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/181301