

Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәре йыл башынан тоҡомло мал һатып алыуға киткән сығымдарҙы өлөшләтә ҡаплау өсөн 285 миллион һум субсидия алған. Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, ауыл хужалығы предприятиелары йәш малға өҫтөнлөк бирә.
Республикала тоҡомло мал һатып алыуға сығымдарҙың 50 проценты күләмендә субсидия бирелә, әммә бер башҡа 60 мең һумдан артыҡ түгел.
- Быйылғы йылдың 10 айында республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре 4,2 меңдән ашыу һыйыр малы һатып алды. Республиканың эре инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыусы предприятиелар йәш тоҡомло мал алып ҡалырға тырыша. Улар араһында Ауырғазы районынан “Урожай” һәм Ҡалтасы районынан “Победа” ауыл хужалығы предприятиеларын айырым билдәләп үтке килә, — тип белдерҙе Башҡортостан Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Күпселек осраҡта малсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр малды Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һатып ала, был һан дөйөм күләмдең 37 процентын тәшкил итә. Импорт малдың өлөшө 34 процент тәшкил итә, ҡалған 29 процентын Башҡортостан тоҡомсолоҡ хужалыҡтары малдары тәшкил итә.
Тоҡомло малды крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ла күпләп ала. "Ғаилә фермаларына ярҙам" программаһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проектына, шулай уҡ "Фермерҙарға ярҙам системаһы һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү" төбәк проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан