

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеүҙе модернизациялау” программаһына ярашлы, Яңауыл районының Андреевка ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. Был – районда барлыҡҡа киләсәк алты ФАП-тың береһе. Ҡалғандары Ахтиял, Айбүләк, Эткенә, Ҡаймашабаш, Татар Ураҙы ауылында урынлашҡан.
“Әле Андреевка ауылындағы модулле ФАП-та янғын сигнализацияһы, эске һәм тышҡы электр селтәрҙәре монтажланған, һыу һәм канализация селтәрҙәрен үткәреү тамамланып килә. Хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә уңайлы булһын өсөн ФАП-тың баҫҡысына пандус, ә санузелда яндауырҙар ҡуйылған”, – тине Яңауыл үҙәк район дауаханаһының баш табибы Тимур Мадьяров. Уның әйтеүенсә, хәҙер санитария-эпидемиологик һығымта һәм медицина эшмәкәрлегенә лицензия алырға ҡалды.
Мәғлүм булыуынса, фельдшер-акушерлыҡ пункты Андреевкала йәшәгән 221 кешене хеҙмәтләндерәсәк. Урындағы фельдшер – Зифинә Ғизетдинова. Ул бында 2016 йылдан эшләй.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: foreign.bashkortostan.ru/presscenter/news/410854
Сығанаҡ: https://health.bashkortostan.ru/presscenter/news/409786