

Тормош булғас, төрлө хәлдәр осрай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡарауһыҙ, яңғыҙ, эшһеҙ, урамда ҡалғандар ҙа юҡ түгел.
Башҡортостанда берәҙәктәргә республиканың Билдәле йәшәү урыны булмаған граждандарға ярҙам күрһәтеү буйынса комплекслы үҙәге ярҙам итә. Был ойошма Өфө ҡалаһы, Колгуев урамы, 29-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан. Белешмәләр өсөн телефон: 287-28-66.
Ойошма тарафынан байтаҡ ҡына ваҡыт “Социаль патруль” проекты тормошҡа ашырыла, тип хәбәр итә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре берәҙәктәр, асарбаҡтар булған урындарға сыға һәм аҙыҡ-түлек йыйылмаларын, кейем тарата, табипҡа тиклемге ярҙамды күрһәтә, медицина тикшереүе өсөн йүнәлтмә бирелә. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Билдәле йәшәү урыны булмаған граждандарға ярҙам күрһәтеү буйынса комплекслы үҙәк теләге булғандарҙан ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр кейемен ҡабул итә һәм уларҙы берәҙәктәргә тарата.
Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан