

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә хакимиәттә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә урындағы эшҡыуар Рәмил Лоҡманов төҙөлөш блоктары етештереү буйынса бизнес-план менән таныштырҙы.
Төҙөлөш материалдары – табышлы эш, сөнки һуңғы йылдарҙа шәхси торлаҡ төҙөлөшө күләме ярайһы уҡ артты. Төҙөлөштә заманса материалдар ҡулланыла. Улар объектты тиҙ арала һалырға, сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итә.
“Беҙ Дүртөйлөлә әлегә үҫешмәгән өлкәне һайларға булдыҡ: 20*20*40 сантиметрлыҡ блоктар сығарырға ниәтләйбеҙ. Бының өсөн етештереү бинаһы ла, станок та бар. Рәсәйҙең Федераль хөкөм башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығындағы енәйәт-башҡарыу инспекцияһы менән килештек. Ул беҙгә йәмәғәт эшенә йәлеп ителгән кешеләрҙе ебәрәсәк, шуға күрә продукттың үҙҡиммәте түбән булыр, тип күҙаллана. Өс вакансия бүлдек, эш еңел түгел, әммә ҡулдан килерлек. Тәүлегенә 500 блок етештерергә ниәтләйбеҙ”, – тине Рәмил Лоҡманов.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: vk.com
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/182138