

Октябрьский ҡалаһында Башҡортостанда беренселәрҙән булып ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу системаһын индерҙеләр. Был турала ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр иттеләр.
Әлеге ваҡытта “Экология” милли проекты (национальный проект "Экология") сиктәрендәге был эш дауам итә. Ҡалала бөгөндән пластик шешәләр, быяла, картон һәм макулатураны айырып йыйыу өсөн контейнерҙар, хәүефле ҡалдыҡтар – батарейкалар, аккумуляторҙар, терегөмөшлө термометрҙар, энергия һаҡлаусы лампочкалар өсөн бокстар ҡуйылған.
“2018 йылда “Гринпис” Октябрьский ҡалаһын сүп-сарҙы айырып йыйыу уңайлы булған Рәсәйҙең алдынғы биш ҡалаһы исемлегенә индерҙе. Ҡарар бының өсөн тәғәйенләнгән контейнерҙар һанынан сығып ҡабул ителде. 2019 йылда Октябрьский “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу – ҡаланың экологик хәүефһеҙлегенә аҙым” тип аталған проект менән “Иң яҡшы муниципаль практика” Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында еңеп сыҡты. Тик беҙ бының менән генә туҡтарға йыйынмайбыҙ, сүп-сарҙы тағы ла тәрәнерәк айырыуға ынтылабыҙ”, – тип яҙҙы ҡала хакимиәте башлығы Алексей Шмелев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
2021 йылда ҡалаға 36 яңы контейнер һатып алынған: ҡыҙылдары – быяла, һоролары иҫке көнкүреш техникаһы өсөн.
"Бөгөн сүп-сарҙы сортҡа бүлеп һәм артабан эшкәртеүгә ебәреп, киләсәккә ныҡлы нигеҙ һалабыҙ, балаларға, ейәндәргә таҙа ҡала һәм тирә-яҡ мөхит ҡалдырыу өсөн тырышабыҙ", – тине Алексей Шмелев.
Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән тормошҡа ашырыла.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: sakhalin.info