Милли проекттар
24 Ноябрь 2021, 04:45

Һәр береһе бер миллион һум аласаҡ

Был аҡсаны уҡыуға, ниндәйҙер яңы башланғысҡа йәки торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонорға мөмкин. 

Һәр береһе бер миллион һум аласаҡҺәр береһе бер миллион һум аласаҡ
Һәр береһе бер миллион һум аласаҡ

27 ноябрҙән 29-ына тиклем “Сириус” федераль биләмәһендә “Һинең сират” тип аталған Бөтә Рәсәй конкурсының финалы үтәсәк. Тәүге тапҡыр уҙған был сара “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһына ярашлы ойошторола. Унда илдең 76 төбәгенән меңләп студент ҡатнашасаҡ. Финал барышында уларға киләсәк университетын проектлау, Рәсәй йәштәре өсөн мөһим булған мәсьәләләргә яуап биреү бурысы ҡуйыласаҡ.

Ҡатнашыусылар үҙ теләге буйынса һигеҙ факультетҡа бүленәсәк: карьера, фән, айырым мөмкинлектәр, хәүефһеҙлек, тотороҡло үҫеш, сәйәхәттәр, киләсәк мәғарифы, психологик сәләмәтлек һәм мөнәсәбәттәр.

“Финал барышында конкурста ҡатнашыусылар киләсәк университетын нисек күҙаллауы тураһында үҙҙәренең идеялары менән уртаҡлаша ала. Ҙур эштәр башҡарып, “Һинең сират” конкурсының йомғаҡлау этабына сыҡҡан илдең иң яҡшы студенттары ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле фекерҙәр әйтер һәм ҡыйыу саҡырыуҙар ташлар, тип һанайбыҙ”, – тине РФ фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Григорий Гуров.

“Һинең сират” Бөтә Рәсәй студенттар конкурсы һөҙөмтәләренә ярашлы, 200 еңеүсе билдәләнеп, уларҙың һәр береһе бер миллион һум күләмдә премия аласаҡ. Был аҡсаны уҡыуға, ниндәйҙер яңы башланғысҡа йәки торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонорға мөмкин.

Конкурста ҡатнашыу өсөн илебеҙҙең төрлө юғары уҡыу йорттарында белем алған 560 меңдән ашыу студенттан ғариза алынған. Һис шикһеҙ, бындай конкурстар ил Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Фән” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.

Фото: “Һинең сират” Бөтә Рәсәй студенттар конкурсының рәсми сайты.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас