

Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл ғинуар-сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының тышҡы сауҙа әйләнеше 3,4 миллиард АҠШ доллары тәшкил иткән. Был 2020 йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестән 28 процентҡа юғарыраҡ. Шул уҡ ваҡытта экспорт – 2,7 миллиард АҠШ доллары (былтырғы ошо уҡ осорҙағынан 25 процентҡа күберәк), импорт 0,7 миллиард АҠШ доллары (41,5 процентҡа юғарыраҡ) булған. Федераль таможня хеҙмәте ошондай мәғлүмәт биргән.
– Экспорт – беҙҙең бизнесҡа һатыу баҙарын киңәйтеү өсөн яҡшы мөмкинлек. Беҙ күләмле анализ яһап, республика предприятиелары өсөн үҫеш нөктәләрен билдәләйбеҙ, беҙҙең тауарҙарға ихтыяж булған сит ил баҙарҙарын асыҡлайбыҙ.
Быйыл ғинуар-сентябрҙә республикала энергетика сеймалына ҡарамаған тауарҙарҙы экспортҡа сығарыу күләме 1,8 миллиард АҠШ доллары кимәлендә теркәлгән, йәғни былтырғынан 43 процентҡа юғарыраҡ булған. Башҡортостандың дөйөм экспорт күләмендә ул 68,1 процентҡа тиң.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы әүҙем эш алып бара. Төбәктә “Ашығыс экспорт ярҙамы” проекты ғәмәлгә индерелгән. Ул сит ил баҙарҙарында республика экспортын тәьмин итеү өсөн потенциаль экспортлаусыларҙы табыуҙы һәм экспортты диверсификациялауҙы күҙ уңында тота. Экспортҡа финанс йәһәтенән дәүләт ярҙамы саралары, атап әйткәндә, логистикаға һәм халыҡ-ара сертификатлауға сығымды ҡаплауға субсидия Башҡортостан предприятиелары өсөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Быйыл был маҡсатҡа төбәк ҡаҙнаһынан 120 миллион һум бүлеү ҡарала.
Әйткәндәй, 2021 йылдың ғинуар-сентябрендә Башҡортостандың контрагенттары булған илдәр тиҫтәһенә Ҡытай, Ҡаҙағстан, Беларусь, Нидерландт, Финляндия, Төркиә, Ҡушма Штаттар, Германия, Латвия, Үзбәкстан инә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: foreign.bashkortostan.ru/presscenter/news/411350/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/181924